Өфө районынының Таптыҡ ауылы биләмәһендә үле һарыҡтар табылған

Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, малдарҙың барыһынан да анализ алынған. Улар сирле булмаған.

Белгестәр һарыҡтар эҫе ҡабыуҙан, йә булмаһа ябыҡ кузовта транспортлағанда үлгән, тип фаразлай.