Республика юлдарында 100 берәмек фото һәм видео күҙәтеү комплекстары урынлаштырыласаҡ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров федераль әһәмиәтле дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлдарында 100 берәмек фото һәм видео күҙәтеү комплекстары урынлаштырыуҙы йөкмәтте. Улар 20 авгусҡа ҡуйылып бөтөргә тейеш.

Әле Өфө-Ырымбур һәм М-5 федераль тарссаларында ошондай 15 комплекс эшләй.