Бөгөн Өфөлә Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ултырышы уҙҙы. Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына һайлау өс көн дауам итә. Шуға тауыш биреүҙе ғәҙел һәм асыҡ ойоштороу мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда әле 7 меңгә яҡын кеше йәмәғәт күҙәтеүсеһе булараҡ теркәлгән. Өфөлә Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы, юрист Валех Әббәсов әйтеүенсә, күҙәтеүселәр тауыш биреүҙә ҙур роль уйнай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт18 йәше тулған һәр кем һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала. Сентябрь урталарына тиклем теркәлергә мөмкин. Белгестәр һайлауҙы күҙәтеү буйынса курстар ойоштора. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы сайтында тулы мәғлүмәт урынлаштырылған. Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлау өс көн – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә үтә.