Мәктәпкә әҙерләнеү өсөн 10 мең һум

Рәсәйҙә уҡыусы балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ул 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге уҡыусыларға тәғәйенләнә. Түләүҙе нисек юлларға һәм аҡсалата ярҙам ҡасан күсереләсәк? Һорауҙарға яуапты БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова эҙләне.

9 йәшлек Илнур финанс грамотаһы төшөнсәләрен өйрәнә. Мәктәптә үткәрелгән дәрестәрҙән тыш, Хәйруллиндар улдарына өҫтәмә әсбәптар һатып алып каникул ваҡытында белем кимәлен арттыра. Аҡсаны дөрөҫ итеп ҡуллана белеү – заман талабы. Хаҡтар арта, килем шул уҡ кимәлдә ҡала, ти малайҙың әсәһе. Шуға күрә был белемдәрҙе улар яңы уҡыу йылына әҙерләнгәндә лә ҡулланырға ниәтләй.

Илнурҙың мәктәп формаһы бәләкәйсәйгән. Уның яңыһын һатып алыу, спорт кейеме, канцелярия тауарҙары өсөн дә сығымдар кәрәк. Бынан тыш, спорт секцияларына йөрөргә, баланың иммунитетын күтәрергә иҫәп бар, ти Гөлфиә Хәйруллина.

Пандемия арҡаһында зыян күргән хеҙмәт баҙары менән халыҡтың реаль килемлеге тергеҙелмәгән, шуға күрә лә ғаиләләргә балаларҙы уҡыу йылына әҙерләү өсөн ярҙам итеү кәрәк. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Уға ярашлы 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге уҡыусыларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн 10 мең һум күләмендә аҡсалата пособие түләнәсәк.

Пособие алыу өсөн килем кимәлен күрһәтеү кәрәкмәй. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында тултырырға, йәки Пенсия фонды бүлексәләре аша бирергә була. Үҙең менән паспорт, СНИЛС, баланың тыуыуы тураһында таныҡлыҡ алыу, банктағы шәхси иҫәп һандарын күрһәтеү кәрәк. Әгәр ҙә быға тиклем дә Дәүләт порталы аша түләүҙәр алынған осраҡта, төп мәғлүмәтте тикшереп сығыу һәм актуаль банк реквизиттарын тапшырыу шарт. Ғаризалар бөгөндән 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Яңы уҡыу йылы алдынан республикала 650 меңдән ашыу балаға ошондай ярҙам күрһәтелә. Ғәҙәттә, барлыҡ социаль түләүҙәр «Мир» түләү системаһына күсерелә торғайны, ләкин бер тапҡыр бирелә торған пособиеға был ҡағиҙә ҡағылмай. Аҡсалата ярҙам ғаризала күрһәтелгән реквизиттар буйынса 16 августан күсерелә башлаясаҡ.

Әлфинә Килдейәрова