Башҡортостанда ураҡ ғәҙәттәгенән кәмендә өс аҙнаға иртәрәк башланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ яҡшы уңыш үҫтергән төбәктәр ҙә бар. Шуларҙың береһе Иглин районы. Ер аҫты һыуҙары яҡын урынлашыуы сәбәпле төбәктә тупараҡта дым оҙағыраҡ һаҡлана. Шуға ла бигерәк тә ужым культуралары яҡшы уңыш бирә ти агрономдар. Иглиндә ураҡ барышын БЮТ каналының хәбәрселәре лә барып күрҙе.

Иглин игенселәре быйыл 3 мең гектарҙа ужым, 9 мең гектарҙа иртә културалар үҫтергән. Уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора. Ҡыҙыу ҡояш нурҙары иген башаҡтарын киптерә. Бойҙай һәм арыш һабағында уҡ ҡурмасҡа әйләнмәһен өсөн комбайндар сәсеүлектәргә иртәрәк сыҡты. әле уртаса гектар ҡеүәте 25 центнер самаһы ти агрономдар.

Районда тәүгеләрҙән булып ураҡ эштәрен Юнысов крәҫтиән-фермер хужалығы башлаған. Уларҙың баҫыуҙары Ҡалтыман ауыл биләмәһендә урынлашҡан. Быйыл 730 гектарҙа иген культуралары сәселгән, шуларҙың 60-ында ужым арышы.

Дамир Мәрҙәнов 4 миҙгел ураҡ мәлендә комбайнда эшләй. Иген иртә өлгөрөүенә ҡарамаҫтан юғалтыуҙар юҡ кимәлендә тигән фекерҙә йәш комбайнсы. Ужым арышының гектарынан яҡынса 35 центнер ашлыҡ төшә.

Иглин районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә иртә башланған ураҡ йылдам барыуын билдәләйҙәр. Һауа торошо мөмкинлек бирһә август аҙағына хужалыҡтар урып-йыйыу эштәрен тулыһынса тамамлаясаҡ тигән ҡарашта белгестәр.

Рафиҡ Әхмәтшин