Өфөлә вакансиялар йәрминкәһе үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Унда йәштәрҙән тыш, өлкән быуын вәкилдәре, пенсия йәшендәгеләр өсөн дә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булды. Һәр кем эшкә урынлашыу буйынса бушлай консультациялар алды. Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә вакансиялар күплеге билдәләнде.

Бухгалтер иҫәбе һәм финанстар, иҡтисад, юриспруденция йүнәлештәре буйынса белгестәр талап ителә. Уртаса хеҙмәт хаҡы яҡынса 18 мең һум. Кандидаттың белем кимәле һәм эш тәжрибәһенә ҡарап, килем тағы ла күберәк булыуы ихтимал.

Гөлназ Хәйбуллина