Башҡортостан ирекмәндәре Асылыкүл йылғаһын һыу менән тәьмин иткән шишмәләрҙе барлаған

Уларҙың һаны 15. Шишмәләрҙең барыһы ла төҙөкләндереүгә мохтаж. Һыу сығанаҡтарының ҡайһы берҙәренең ағым йүнәлеше үҙгәргән һәм тонған.

Белгестәр әйтеүенсә, ҡәтғи саралар күрелмәһә, республикалағы иң ҙур күлдең юҡҡа сығыуы ихтимал.