Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла. Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар йорттарында, шулай уҡ Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәктәрендә ҡабул ителә.
Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн әйберҙәр яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, китаптар – тотонолған булһа ла ярай. Акция 31 августҡа тиклем дауам итә.