Республика халҡының уртаса килем күләме – 27 мең һум

Башҡортостан халҡының килем күләмен иҫәпләгәндәр. Статистика мәғлүмәттәре буйынса ул ағымдағы йылдың тәүге кварталында 27 мең һум булған. Уҙған йылда ла килем күләме шул сама булған.

Бер айлыҡ аҡсаға 74 килограмдан ашыу ит, йә булмаһа 571 литр бензин һатып алырға мөмкин булған.