Республика ғаиләләре яңы шарттар буйынса социаль түләүҙәр ала

Башҡортостан менән идара итеү үҙәге һәм республика Хеҙмәт министрлығының чат-ботына 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособиелар түләү буйынса 6 меңгә яҡын хәбәр килгән.

Республикала 38 меңдән ашыу ғаилә 2021 йылдың 1 апреленән индерелгән яңы шарттар буйынса социаль түләүҙәр ала. Шуның 28 меңе – иң юғары күләмдә. Һанлы ярҙамсыны Телеграмда Пособие 3 7 02 бот пароле менән өҫтәргә мөмкин.