Бөгөн республикала иҫерек водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында рейд башлана

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы иҫерек водителдәрҙе аныҡлау маҡсатында бөгөн рейд башлауы хаҡында иҫкәртә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, профилактик сараларҙы уҙғарыу юлдарҙа авариялар, юлдағы бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеүгә булышлыҡ итә.