Иглин районы буйынса эске эштәр бүлеге етәксеһенә ҡарата иркен сикләү ҡарары сығарылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

12 сентябргә тиклем ул тәфтиш изоляторында үткәрәсәк. Өфө ҡалаһының Калинин районы судында Ирек Халиҡовтың эше ҡаралды. Ул вазифаһынан файҙаланып ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Суд ултырышына 42 йәшлек Ирек Халиҡов бығауҙа һаҡ аҫтында килтерелде.

Тәфтишселәр фаразлауынса, ул енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙан баш тартҡаны өсөн миллион ярым һум ришүәт алған. Аҡсаны уға аралашсылар илткән. Шулай ҙа тәфтишселәр ришүәт алыуҙа ғәйепләнеүсенең эҙенә төшкән. Эске эштәр бүлеге етәксеһе шулай уҡ хеҙмәттәштәренән дә вазифаһында үрләткән өсөн ҙур күләмдә аҡса алыуҙа ла ғәйепләнә.

Суд ултырышында ғәйепләнеүсе тикшереү осорона иркен сикләмәүҙәрен үтенде. Сәләмәтлегенә һылтанды һәм ғаиләһендә ике бала тәрбиләнеүен билдәләне. Әммә судья полиция хеҙмәткәренең мөрәжәғәтен иҫәпкә алманы. Ирек Халиҡов ике айға тәфтиш изоляторына оҙатылды.

Рафиҡ Әхмәтшин