Экспозицияла Башҡортостанға 37 ил вәкилдәре бүләктәре, ҡул эштәре, сувенир продукцияһы һәм башҡа иҫтәлекле әйберҙәр урын алды. Төрлө илдәрҙең тәңкәләрен туплаған башҡорт милли түшелдереге музей экспозицияһында халыҡтар дуҫлығын, күләмле фестивалдең әһәмиәтен сағылдырып торасаҡ.
Шулай уҡ киләсәк быуын вәкилдәренә бағышланған теләктәр яҙылған ваҡыт капсулаһын күрергә мөмкин. Фольклориада ҡомартҡыһын ун йылдан 2031 йылда асып, унда һүҙҙәрҙе уҡырға мөмкин буласаҡ.
Халыҡ-ара Фольклориданы ойоштороусылар әйтеүенсә, күләмле саранан ҡалған тәҫьораттар оҙаҡ йылдарға һуҙыласаҡ. Башҡортостан яуаплы фестивалде юғары кимәлдә үткәреп, башҡа ил вәкилдәрен ҡунаҡсыл мөнәсәбәте, мәҙәниәте, ихлас халҡы һәм хозур тәбиғәте менән хайран ҡалдырҙы. Фольклориадаға бағышланған махсус конверт, күргәҙмәнән тыш тулы йөкмәткеле йыйынтыҡ һәм башҡа материалдар баҫтырылыуы көтөлә.
Флорида Ким