Әлшәй районындағы Чехов лагерында республиканың һәр районы, шулай уҡ милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙән 80 бала ял иткән. Өс аҙна дауамында балалар төрлө мәҙәни саралар һәм оҫталыҡ дәрестәрендә башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы менән танышҡан, йолаларҙы өйрәнгән.
Лагерҙа балаларҙың башҡорт ырыуҙары исемдәрен йөрөткән төркөмдәргә бүленеүе лә ҡыҙыҡлы.
«Йәйләү»ҙә ял итеү хоҡуғын Рәсәй һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыу алдынғылары, әүҙем йәмәғәтсе уҡыусылар яулаған. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның программаһы буйынса эшләгән лагерь етәкселәре тәү сиратта балаларҙы башҡорт телендә иркен аралаштырыу маҡсаты ҡуя.
Гөлдәриә Йосопова