Эш урынынан алыҫҡа китмәйенсә. Республика предприятиеларында күләмле вакцинация дауам итә. Сиратта ултырырға тура килмәй. Ойошма етәкселеге дауахананың ашығыс ярҙам белгестәрен эш урынына саҡыра. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Тәү сиратта барыһының да температура, ҡан баҫымы тикшерелә. Терапевт күҙәтеүенән һуң ғына прививка яһатыу кабинетына үтергә мөмкин. Вакцина ампулаһын пациент алдында асалар. Светлана Николаеваның ғаиләһе күптән коронавирусҡа ҡаршы укол ҡаҙатҡан. Ҡатындың үҙендә антиматдәләре булғанға күрә табипҡа барыуҙы кисектереп йөрөгән. Коллектив менән бергә эш урынынан китмәйенсә прививка эшләтеү күпкә еңелерәк һәм уңайлы, ти ул.
Табип кәңәше буйынса прививка яһатҡандан һуң хеҙмәткәрҙәр бер аҙ ултырып торорға тейеш. Был осраҡта артыҡ ҡабаланыу кәрәкмәй, ти аҡ халатлылар. «ПОЛИЭФ» заводы хеҙмәткәрҙәре йыл башынан алып прививка яһата башлаған. Бының өсөн ойошма Благовещен үҙәк дауаханаһы табиптарын саҡырта. 351 кеше, йәғни хеҙмәткәрҙәрҙең 51 проценты вакцинаның ике компонентын да эшләтәкән. Был юлы тағы 50-гә яҡын эшсе «Спутник Ви» вакцинаһының беренсе уколын ҡаҙатты.
Алдан тулҡынландырһа ла ысынбарлыҡта иһә ҡурҡыныс түгел икәнлеге асыҡлана. Белорет педагогия коледжы уҡытыусылары әйтеүенсә, госпиталгә эләгеү күпкә насарыраҡ. Яңыраҡ уҡыу йортонда коронавирус сиренең ҡапыл таралып китеүе күптәрҙе вакцина ҡаҙатырға этәргән. Ул ваҡытта дауахана койкаларына уҡытыусылар ҙа, студентар ҙа эләккән.
Нефтекама ҡалаһында ла тотош коллектив менән вакцинация үтергә теләк белдергәндәр. Әлеге көндә “НефАЗ”да меңдән ашыу хеҙмәткәр прививка яһатҡан. Шулай уҡ вакцинациялау буйынса күсмә пунктҡа автозавод биләмәһендә урынлашҡан башҡа ойошма эшселәре лә килә.
Компанияла билдәләүҙәренсә, прививкаланыу - киҫкен хәлде яҡшыртасаҡ һәм хәүефһеҙлек гарантияһы бирәсәк. Киләһе аҙнала автозавод вакцинаның икенсе партияһын көтә. Ойошма етәкселеге һүҙҙәренсә, иң мөһиме булып хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлеген һаҡлау һәм сирҙе аҙҙырмау тора.
Әлфинә Килдейәрова