“Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионатының финалы өсөн павильон конструкцияларын урынлаштырыу тамамланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн был майҙансыҡтарҙы республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров ҡарап сыҡты һәм эштәрҙе баһаланы. 19 павильон Йәш һөнәрмәндәр паркында урынлашҡан. Бында телестудия, медиа үҙәк, транспорт туҡталҡаһы, вертолет майҙаны, ял итеү зонаһы була.

Транспорт хәрәкәтен кәметеү маҡсатында урау юл да ҡаралған. Чемпионат июль аҙағында уҙырға тейеш ине. Эпидемиология хәленә бәйле ул авгусҡа күсерелде.

Рафиҡ Әхмәтшин