Күбеһе пассажир булараҡ ауыр тән йәрәхәттәре алған, шулай уҡ бәләгә тарыусылар араһында йәйәүлеләр, велосипедсылар ҙа бар. Күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында Өфөнөң Ҡашҡаҙан паркында профилактик акция ойошторолдо.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларға интеллектуаль уйындар ойоштороп, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында аңлатты. Кескәйҙәрҙең ата-әсәләренә лә аварияларҙы иҫкәртеү буйынса әңгәмә ойошторолдо. Сөнки ҡыҙ-улдарының хәүефһеҙлеге өсөн, тәү сиратта, улар яуаплы.
Гөлназ Хәйбуллина