Башҡортостанда ике йыл элек ойошторолған бизнес-шериф институты һөҙөмтәләре барланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Алғы һыҙыҡта. Башҡортостанда ике йыл элек ойошторолған бизнес-шериф институты һөҙөмтәләре барланды. Оператив кәңәшмәлә эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә ғәмәлгә ашырылған уңышлы проекттар билдәләнде.

Благовещен, Бөрө һәм Бижбүләк райондарында үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» үҙ эшен башлаусы тиҫтәләгән граждандарға ярҙам иткән. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән проекттар хаҡында Бишбүләк районынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.

Уҙған быуатта ҙур булмаған РАЙПО цехында ит продукцияһының бер нисә төрө генә етештерелһә, бөгөн предприятие республиканың ярым фабрикаттар сәнәғәтендә алдынғылар исемлегендә. Билмән, шешлек, купаттар, манты һәм бәшҡа аҙыҡ-түлек төрҙәре сифаты һәм бай ассортименты менән айырыла. Цех эшселәре 90 төрлө продукция эшкәртеп, район кибеттәрен ауыл хужалығы тауарҙары менән тәьмин итә. Ойошмала 40 йылдан ашыу эшләгән Рәүиә Лукьянова әйтеүенсә, предприятие һәр саҡ үҫеш юлында.

Ярымфабрикаттарҙан тыш , цехта экологиктан яҡтан таҙа лимонад етештерелә башлаған. «Башҡортостан бренды» исемлегенә ингән тауар дәүләт стандарты тикшереүҙәрен үтеп ҡулланыусыларға тәҡдим ителә. Яңыртылған ҡоролмаларҙа консерванттар ҡушылмай ҡайнатылған татлы эсемлек шунда уҡ сауҙа нөктәләренә оҙатыла, лимонадты хатта һатып алыусыларҙың ихтыяжы буйынса кәрәкле күләмдә етештереп өлгөрөп булмай.

РАЙПО һәм башҡа сауҙа нөктәләре эшмәкәрлеге Бишбүләк районы буйынса эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад бүлеге етәксеһе Айрат Моратшиндың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Төбәктә ике йыл элек булдырылған бизнес-шериф вазифаһында ул район эшҡыуарҙарына 150 проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙамлашып, Башҡортостан буйынса беренселекте бирмәй. Алдағы маҡсаттарҙың береһе - районда үҫешкән балыҡ хужалығын киңәйтеү өсөн грантҡа ирешеү.

Әле хужалыҡта бағры балығын үрсетеү алып барылһа, яҡын арала бикре үҫтерә башлау күҙаллана. Биш йыл элек отолған грант ярҙамында тергеҙелгән фермала бөгөн 250 меңдән ашыу балыҡ иҫәпләнә. Хужалыҡ продукцияһы район кибеттәренән тыш республика ойошмаларына ла оҙатыла.

Бишбүләктә аҙна һайын ойошторолған «Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә» тәҡдим ителгән тағы ла бер уңышлы проект - юл буйында асылған кафе. Грант аҡсаһына төп эше булмаған, күп балалы ғаилә буш бинаны төҙөкләндереп, ҡулланыусылар өсөн ризыҡтар эҙерләй башлаған.

Республикала төбәк етәкселеге ҡарары менән ойошторолған бизнес-шериф институты ярҙамында район-ҡалаларҙа 337 эшҡыуарлыҡ проекты тормошҡа ашырылған. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, сауҙа, туристик нөктәләр һәм башҡа хеҙмәттәрҙе үҫтереү юлға һалынды.

Флорида Ким