Балалар хәүефһеҙлеге өсөн 600 квадрат метр ерҙе биләгән майҙан резина япма менән ябылған. Унда тиҫтәнән ашыу уйын объекты ҡуйылған. Майҙансыҡ «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килгән, төҙөлөшкә 3 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.
Майҙансыҡты асыу тантанаһы район үҙәге балалары өсөн оло байрамға әүерелде. Паркка ата-әсәләре менән килгән малай-ҡыҙҙар майҙансыҡтың уңайлыҡтарын шунда уҡ һынап та ҡараны.
Гөлдәриә Йосопова