Сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар була

Республика парламентына кандидаттар өсөн тауыш биреү Беүә, Краснохолм һәм Талбазы округтары буйынса ойошторола. Унда Яңауыл, Борай, Ауырғазы, Ғафури, Ҡалтасы, Дүртөйлө райондарында йәшәүселәр ҡатнаша.

Һөҙөмтәләр буйынса өс депутат мандаты ҡаралған. Бер үк  ваҡытта Дәүләт Думаһы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлауҙар уҙа.