Башҡортостанда коронавирус сирлеләр арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә 240 кешелә COVID-19 асыҡланған,  тағы 6 кеше вафат булған.

Стационарҙа 556 пациент ҡала, уларҙың 56-һы ауыр хәлдә, 9 кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә пневмония диагнозы 135 кешегә ҡуйылған.