Күсмә үҙәк, фельдшер-акушер пункттары, стоматология модулдәре табиптары халыҡ һаулығын тикшерә һәм дауалай.
Бөгөн белгестәр бригадаһы Благовещен, Мәсетле, Краснокама, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Бөрйән райондарында эшләй. Улар коронавирустан вакцина ла яһай. Сәләмәтлек поездары маршруты менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.