Өфөлә ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу буйынса ведомство-ара комиссияһының ултырышы уҙҙы

 Вице-премьер Азат Бадранов алып барған ултырышта улар экологияны тергеҙеү пландарын тәҡдим итте. Эштәр алып барылған карьерҙарҙа рекультивация эштәренең һүлпән алып барылыуы билдәләнде.

Вице-премьер был йәһәттән эштәрҙе әүҙемләштереү кәрәк тине. Комиссия эшен артабан квартал һайын уҙғарыу планлаштырылды.