Бөгөн Башҡортостан Башлығы янында Кеше хоҡуҡтары буйынса совет түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Унда халыҡтан килгән ялыуҙар ҡаралды. Июлдә баш ҡалала һауала эсе еҫ сәбәпле халыҡтан йөҙләгән мөрәжәғәт ҡабул ителде. Башҡортостандың “Дәүләт аналитик контроль идаралығы” ойошмаһы етәксеһе Валентина Сәфәрова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә һауа таҙалығын тикшереү өсөн автоматик станцияларын етмәй. Шуға ҡаланың бөтә биләмәләрендә лә һауа сифатын ентекле тикшереп булмай, һауаны бысратҡан сығанаҡтарҙы ла асыҡлауы ҡыйынға тура килә. Шулай ҙа төп сәбәпсе – сәнәғәт ойошмалары булыуы ихтимал.
Башҡортостан Башлығы янында Кеше хоҡуҡтары буйынса совет етәксеһе Владимир Барабаш әйтеүенсә, ҙур сәнәғәт ойошмалары экологик программалар ҡабул итергә тейеш. Планда һауа таҙалығы ла иҫәпкә алына.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14, 15 һәм 16 июлдә һауала эсе һәм насар еҫ сәбәпле халыҡтан йөҙләгән мөрәжәғәт ҡабул ителгән.