Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға 90 йәш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тәбиғәт йырсыһы, урман һаҡсыһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға бөгөн 90 йәш тулды.

Әҙип Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған. Ноғман Мусин хеҙмәт юлын уҡытыусыһы булараҡ башлай, һуңынан республика матбуғатында эшләй, повестар, романдар ижад итә, мәҡәләләр яҙа.

Яҙыусы әҫәрҙәрендә тәбиғәтте ҡурсалау, урманды һаҡлау, тәбиғәт һәм кеше темаларын күтәреп сыға. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың юбилейы республикала ҙурлап билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әҙиптең 90 йәшлеген үткәреү буйынса указға ҡул ҡуйҙы.