Сит ил баҙарын яулап. Өфө районындағы компания етештергән умартасылыҡ продукцияһы Европаға оҙатыла башланы. Ойошма прополис нигеҙендә шәм, май, кремдар тәҡдим итә. Лаборатория, производство майҙандарында стериль шарттар.
Прополисты тәрән эшкәртеү линияһы булдырылған. Косметика составы Мәскәү белгестәре тарафынан уйлап сығарылған. Күләмле проектты төбәктең ауыл хужалығы министрлығы, сәнәғәт үҫтереү фонды һәм экспортты яҡлау үҙәге хуплап сыҡҡан, бәләкәй бизнесты үҫтереүгә субсидия алынған.
Гөлназ Хәйбуллина