Был көндә хаж ҡылыусылар Мәккәнән 20 саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Ғәрәфә тауына бара һәм уның итәгендә ғибәҙәт ҡыла. Ғәрәфә көнөнән һуң Ҡорбан байрамы үткәрелә. Ғәйет көнө Башҡортостанда ял. Республиканың барлыҡ мәсет-мәхәлләләрендә байрам намаҙҙары ҡылына.
Пандемия шарттарында байрам намаҙында санитар-эпидемиология талаптарын үтәлешен тәьмин итеү мөһим. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, Айнур Бирғәлин ғәйет намаҙына килеүселәрҙе ҡағиҙәләргә иғтибарлы булырға саҡырҙы.