Благовар районының Иҫке Һынны ауылында иман йорто төҙөлә

Ауылды мәсет йәмләй. Благовар районының Иҫке Һынны ауылында иман йорто төҙөлә. 2013 йылда уҡ ниәт итеп башланған эш быйыл февралдә генә төҙөлөшкә рөхсәт ала. Өс ай элек буласаҡ мәсеттең нигеҙе һалына, әле төҙөлөштөң иң ҡыҙыу мәле. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Эштең иң ҡыҙыу мәле булһа ла намаҙ ваҡытын ҡалдырырға ярамай. Рамаҙан айында нигеҙ һалынған мәсеттә Ҡорбан байрамына тиклем ярайһы уҡ төҙөлөш эштәре башҡарылған. М-5 трассаһына яҡын урынлашҡанға күрә, юлсылар ҙа инеп намаҙ уҡып, ял итеп сыға аласаҡ. Бының өсөн иман йортонда барлыҡ уңайлыҡтар булдырыла. Юлдан 100 метр алыҫлыҡта төҙөлгән изге урын тәүлек әйләнәһенә эшләр тип куҙаллана. Иҫке Һынны ауылында мәсет төҙөү тәҡдимен урындағы хәҙрәт күтәреп сыға.

Йәшен аҫтында ҡалып күреү һәләтен югалтҡан Рауил Хәбибуллин йән тыныслығын мәсеттә таба. Тәүҙә Ҡазандағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус мәҙрәсәлә уҡый. Белемен камиллаштырыуҙы Өфөләге Ислам университетында дауам итә. 2013 йылда тыуған ауылында мәсет төҙөү өсөн документтар туплай башлай. Төрлө ҡыйынлыҡтар һәм бағыусыларҙың булмауы арҡаһында эш кисектерелеп тора. 2019 йылда изге эште ҡабаттан ҡуҙғатып ебәрергә Ринат хәҙрәт ярҙам килә. Ул документтарҙы юллай, февралдә төҙөлөшкә рөхсәт алыуға ирешә. Нигеҙ һалыуға тәүге бағыусы ла табыла.

Иҫке Һынны ауылындағы мәсет Ғайса Сәғитов исемен йөрөтәсәк. Ишан 19-сы быуат башында хәҙерге Благовар районы биләмәһендә мәғрифәтселек, кешеләрҙе иман юлына баҫтырырға ярҙам итеү менән шөғөлләнгән. Әле урындағы халыҡ ғәрәп телен, намаҙ уҡыу тәртибен иҫке бинала өйрәнә. Ял көндәре һәм һәр йәкшәмбе һайын ойошторолған дәрестәргә тиҫтәләгән кеше йөрөй, теләүселәр күрше ауылдарҙан да бар, ти шәкерттәр.

Иман йортон төҙөүҙә ауыл халҡы ихлас ҡатнаша. Ҡулынан килгәнсә бер кем дә ситтә ҡалмай. Әммә төҙөлөш күп сығымдар талап итә. Өс ай эсендә мәсеткә нигеҙ һалына, кирбестән буласаҡ бина күтәрелә. Барлыҡ эштәр башлшанғысҡа битараф булмаған кешеләрҙең иғәнәләренә башҡарыла.

Мәсеттең ҡыйығын ябыу өсөн 200 мең һумға яҡын аҡса талап ителә. Манара төҙөү, коммуникациялар үткәреү, биләмәне тәртипкә килтереүгә 2 миллион һум кәрәк. Изге башланғысты мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында ғына ғәмәлгә ашырырға мөмкин. Аҙан тауыштары яңғырап, иманға әйҙәп торһон тиһәгеҙ, һеҙ ҙә мәсет төҙөлөшөнә ҡушыла алаһығыҙ.

Әлфинә Килдейәрова