Күмертау ҡалаһының Округ урамындағы 10 күп фатирлы йорт тирә-яғы «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә.
Проекттың маҡсаты – ҡала халҡына уңайлы мөхит тыуҙырыу. Уға ярашлы биләмәлә резина ҡатламлы балалар зонаһы һәм спорт майҙансығы төҙөү, йәшелләндереү эштәре башҡарыу , парковка урындары булдырыу һәм яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу ҡарала. Әле ихатала юлға асфальт һалыуға әҙерлек бара. Подрядсы ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, эштәр билдәләнгән графиктан тайпылмай алып барыла.
Быға тиклем фатир хужалары заман талаптарына яуап биргән ихата тураһында хыял ғына иткән. Дәүләт программаһына инеү ниәттәрҙе ысынбарлыҡа әйләндерә. Ихатала төҙөлөш эштәрен 1 сентябргә тамамлау ҡарала.
Гөлдәриә Йосопова