Алтынға торошло йәшелсә. Республика кибеттәрендә кишер, сөгөлдөргә хаҡтың 20-30 һумға төшөүе күҙәтелә. Федераль сауҙа селтәрҙәрендә кишерҙең бер киллограмы 110 һум торһа, төбәк сауҙа нөктәһендә ул 30 һумға осһоҙораҡ. Халыҡ контролерҙары үткәргән рейд барышында хәләл ризыҡ һәм һөт продукциялары ла иғтибарға алынды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Республиканың иң ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеһына ҡараған кибететтә бөгөн кишер күренмәй. Әлеге мәлдә йәшелсәнең был төрөнә ҡытлыҡ күҙәтелә тип әйтеп булмай. Шулай ҙа яңы уңыш килтерелмәгәс, хаҡы ла билдәһеҙ ҡала.
Федераль сауҙа селтәрҙәрендә экзотик емештәрҙән айырмалы, йәшелсәгә хаҡтар ныҡ тешләшә, тауар сифаты ла аҡһай. Халыҡ контролерҙарының да супермаркетҡа тәүгә килеңе түгел, етәкселеккә ҡарата быға тиклем дә шелтә яһалған. Әммә, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала.
Ә был сауҙа селтәре вәкилдәре үҙҙәре үк хаҡтарҙың ай үҫәһен көн үҫеүен билдәләй. Сәбәбен генә аңлата алмайҙар.
Серегән продукция халыҡ контролерҙары тәҡдиме буйынса һатыуҙан алынды. Дөйөм алғанда рейд барышында ҡиммәт хаҡҡа һатылған йәшелсәләрҙең сифаты түбән булыуы, уларҙың дөрөҫ һаҡланмауы билдәләнде. Йәшелсәнән тыш, йәмәғәтселәр һөт ризыҡтары һәм хәләл продукция менән сауҙа итеү торошон да тикшерҙе.
Бында ла етешһеҙлектәр асыҡланды. Нисек кенә булмаһын, белгестәр йәшелсәгә хаҡ артыуы ваҡытлыса күренеш тигән фекерҙә. Сөнки үҙебеҙҙә етештерелгән һәм үҫтерелгән продукцияға ҡытлыҡ күҙәтелмәй.
Азат Ғәлиуллин