Башҡортостан башлығы республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән тәбрикләне

Your browser doesn't support HTML5 video.

Унда былай тиелә:

«Был бөйөк байрам мосолмандар өсөн әхлаҡ нигеҙе булып тора, уларҙың иман һәм мәрхәмәтлек, мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреү кеүек рухи ҡиммәттәргә ынтылышын раҫлай. Диндарҙар яҡындарына һәм туғандарына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ һорап, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, доғалар ҡыла.

Республикабыҙҙың мосолман өммәтенең киң йүнәлешле эшмәкәрлеге халыҡты рухи яҡтан байытырға, йәш быуынды тәрбиәләргә, хәйриәлекте үҫтерергә булышлыҡ итә. Дини ойошмалар коронавирусҡа ҡаршы көрәштә лә яуаплылыҡ күрһәтеп, хәүефле инфекциянан зыян күргән ғаиләләргә ярҙам итә.

Башҡортостан халҡы рухи ҡиммәттәргә тоғролоғо, ололарға хөрмәт-ихтирамы, ғаилә ныҡлығын һаҡлауы, күршеләр менән дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәүгә ынтылышы менән айырыла. Республика халҡының берҙәмлеге Ватаныбыҙ хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәттә лә сағыла.

Ҡорбан байрамы барығыҙға ла күңел тыныслығы бүләк итһен, көс һәм дәрт бирһен, яңы ҡаҙаныштарға әйҙәһен! «,-тиелә республика башлығының Ҡорбан байрамы уңайынан ҡотлау телеграммаһында.

Ҡорбан ғәйете менән мосолмандарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡотланы. Уның рәсми тәбрикнамәһендә билдәләнеүенсә,

«Быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан боронғо байрам ислам дине ҡиммәттәренә әйҙәй. Мәрхәмәтле, ғәҙел, намыҫлы булырға саҡыра. Тирә яҡтағыларға һаҡсыл һәм ихлас ҡарашта булыуҙы хуплай. Донъя диндәренең нигеҙендә ятҡан кешелеклелек һәм әхлаҡи ҡиммәттәр ҡеүәтле берләштереүсе көс. Йәмғиәтебеҙҙәге милләт-ара татыулыҡ нигеҙе, мәҙәниәттәр төрлөлөгөн һәм халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ традицияларын һаҡлау мөмкинлеге», – тиелә Президент Владимир Путиндың ҡотлауында.