Ғәйет намаҙы уҡылғас та, ҡорбан салдырырға теләүселәр Өфөнөң Төньяҡ автовокзалы һәм Зинин ҡасабаһы эргәһендәге майҙанға ағылды. Улар тәҡдим ителгән ваҡ малды һайлап алып, изге ғәмәлгә тотондо.
Дөйөм алғанда, байрам көндө республикала барлыҡ ветеринария талаптары теүәл үтәлгән 42 махсус майҙансыҡ эшләне. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Диндарҙар изге сүрәләрҙе ҡат-ҡат ҡабатлағанда ҡорбан салына. Ислам диненең төп йолаларының береһе атҡарылғанда ветеринария талаптары ла инҡар ителмәне. Урында уҡ ҡорбан итенең сифатын мал табиптары тикшерҙе.
Изге ғәмәлде башҡарыуҙа төрлө йәштәге дин ҡәрҙәштәр ҡатнашты. Берәүҙәр үҙҙәренең йә иһә яҡындарының һаулығы хаҡына, икенселәре әруахтарҙың яҡты рухына арнап ҡорбан салды.
Өфөнөң Төньяҡ автовокзалы эргәһендә булдырылған махсус майҙансыҡта ҡорбан салыуҙы баш ҡаланың ике мәсете ойошторҙо. Бында Баймаҡ һәм Архангел районы фермерҙарынан 500-ләп баш ваҡ мал тәҡдим ителде.
Өфөләге ике махсус майҙансыҡта барлығы 1 850 баш ваҡ мал ҡорбанға килтерелгән. Ҡорбанды ошонда уҡ салыусылар һәм шәхси ихаталарына һатып алып ҡайтыусылар ҙа булды.
Ҡорбан байрамы республика төбәктәрендә лә киң билдәләнә. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Усмановтар ғаиләһе лә салынған итте изге теләктәр менән таратты. Мәғлүм булыуынса, ҡорбан ите өс тигеҙ өлөшкә ғаилә ағзаларына, фәҡирҙәргә һәм етемдәргә бүленә.
Ҡорбан ғәйете өс көн дауам итә. Өсөнсө көндөң аҡшам намаҙына тиклем ҡорбан салыу дөрөҫ һанала. Ләкин, изге ғәмәлде тәүге көндө үтәү хәйерлерәк һәм сауаплыраҡ та тип иҫәпләнә.
Азат Ғәлиуллин