Стәрлетамаҡта Ҡорбан байрамына арналған спорт һәм байрам саралары ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡала мосолмандарын Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тәбрикләне. Ҡорбан байрамынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Мөхәммәтсәлим мәсетенә нигеҙ 2012 йылда һалынған. Иман йорто 9 йыл дауамында халыҡ көсө менән төҙөлә. Мәсет бинаһының тышҡы өлөшө ҡоролоп бөткән. Икенсе ҡатта ҡатын-ҡыҙҙар , ә беренсе ҡатта ир-егеттәр ғибәҙәтханаһы буласаҡ.

Республика Башлағы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин төҙөлөш эштәре барышы менән ҡыҙыҡһынды. Киләһе Ҡорбан байрамына төҙөлөш эштәре күмәк көс менән тамаланып, Стәрлетамаҡ диндарҙары изге байрамды яңы мәсеттә ҡаршылар тип ҡеүәтләне.

Мөхәмәтсәлим дини комплексы янындағы майҙанда спорт ярыштары ойошторолған. Милли көрәш, аремреслинг, ерҙән кәүҙәне күтәреүҙә айыҡ тормошто һайлаған һәм физик яҡтан көслө батырҙар ғына көс һынаша.

Ҡорбан байрамы көнөндә үткән спорт ярыштары еңеүселәренә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Милли көрәштә абсолют еңеүсе Рәсәй призеры Айҙар Әхмәтов.

Өс йәшенән көрәш спорты менән мауығыусы Эдгард Шерстобаев иһә тиҫтерҙәрен спорт менән шөғөлләнергә, насар ғәҙәттәрҙән ары торорға өндәне.

Ҡорбан байрамына килгән диндарҙар рух ныҡлығы, физик көс талап ителгән спорт ярышын ҡарағандан һуң бушлай тәмле былау менән һыйланды.

Мөхәмәтсәлим дини комлексына Ҡорбан байрамына килгән Стәрлетамаҡтар мәрхүмдәр рухына аяттар уҡытты, мохтаждарға хәйер-саҙаҡа таратты. Рухи берҙәмлек, изгелек һәм йомартлыҡ сараһына килгән һәр кем быйылғы Ҡорбан байрамынан киләһе яңы бинала Ҡөрьән уҡып , изге ғәмәлдәр ҡылып ҡаршылау ниәте менән таралды.

Гүзәл Борханова