Уның менән тәфтиш комитеты идаралығының Стәрлетамаҡ район-ара бүлеге шөғөлләнә. Тәфтишселәрҙе фаразына ярашлы Талалаевка һәм Спасская ауылдары араһында «Лада Нива» автомобиле менән мопед бәрелешә. Автоһәүәҫкәр 33 йәшлек ир, мопедта 13 йәшлек малай булыуы билдәле.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә үҫмер ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Шулай уҡ мопедтағы 14 йәшлек пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Асыҡланыуынса үҫмерҙәрҙең мотошлемы булмаған. Әле юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр аварияға юл асҡан сәбәптәрҙе асыу өсөн комплекслы тикшереүҙәр уҙғара.