Пандемия башланған осорҙан Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 45 471-гә етте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һуңғы тәүлектә был исемлек тағы ла 250 кешегә тулыланған. Сирлеләрҙең 661-е стационарҙарҙа дауалана, уларҙың 75-е ауыр хәлдә, 9 пациент тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Тағы ла 2 162 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Бер көн эсендә дауаханаларҙан 202 кеше һауығып сыҡҡан. Ковид-19 вирусынан 6 үлем осрағы теркәлгән.