Башҡортостанда тағы 40 фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Һаулыҡ һаҡлау  министрлығы модулле объекттарҙы һатып алыу буйынса аукцион иғлан иткән. Ошо маҡсатта 128 миллион һум бүленә. Фельдшер-акушер пункттары  халыҡ  һаны 100-ҙән 800-гә тиклем булған ауылдарҙа булдырыла.