Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала халыҡтан 3 мең 300-ҙән ашыу мөрәжәғәтте эшкәрткән. Һорауҙар “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителә. Халыҡты күберәк коронавирустан вакциналау мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. 1 мең 700-ҙән ашыу мөрәжәғәт ошо мәсьәләгә бәйле булған. Биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар һәм социаль яҡлауға бәйле һорауҙар ҙа ҡабул ителгән. Июль башы менән сағыштырғанда, халыҡтан мөрәжәғәттәр кәмеүе күҙәтелә.
Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.
#Инцидент #ЦУР #Башкортостан