Һорауҙар “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителә. Халыҡты күберәк коронавирустан вакциналау мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Белгестәргә 1 мең 700-ҙән ашыу мөрәжәғәт ошо мәсьәләгә бәйле булған. Биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар һәм социаль яҡлауға бәйле һорауҙар ҙа ҡабул ителгән. Июль башы менән сағыштырғанда, халыҡтан мөрәжәғәттәр кәмеүе күҙәтелә.