Хеҙмәткәрҙәр һәм клиенттар һаулығы - иғтибар үҙәгендә

Рәсәй һаҡлыҡ банкының Башҡортостандағы офистарында эшләүселәрҙең 65 проценттан ашыуы коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Хәүефһеҙлек талаптары үтәлә- хеҙмәткәрҙәр ҡабул итеүҙе битлек-бирсәткәлә башҡара, залдарҙа ара ҡалдырып йөрөргә кәңәш итеү ҡағыҙҙары ҡуйылған, офистар даими эшкәртелә, тип белдерәләр банктың төбәк бүлексәһенән.