Беҙҙең республика делегацияһын төбәк башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Быға тиклем күргәҙмәлә Башҡортостан ойошмалары айырым экспозициялар ҡуйып килә ине. Уртаҡ стендта бер нисә компания – Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм башҡа ойошмалар үҙҙәрендә сығарылған тауар өлгөләрен күрһәтә. “Төп бурыс – авиация-йыһан йүнәлешендәге мөмкинлектәр һәм ҡеүәтебеҙҙе күрһәтеү. Ә мөмкинлектәребеҙ беҙҙең ҙур һәм өмөтлө”, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. МАКС – Халыҡ-ара авиа-йыһан күргәҙмәһе Мәскәү өлкәһе Жуковский ҡалаһында ойошторола.