Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау системаһына федераль ҡаҙнанан 510 миллион һумлыҡ ярҙам ала

Төбәктәргә бөтәһе 85 миллиард һум бүленде. Премьер-министр Михаил Мишустин ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Өҫтәмә финанс ярҙам коронавирусҡа ҡаршы көрәш һәм алдан билдәләнгән медицина ярҙамы  сығымдары өсөн  тәғәйенләнә.