Йыл башынан республикала 115 кеше, шул иҫәптән, 14 бала һыу ҡорбаны булған

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Үткән ял көндәрендә лә бәхетһеҙ осраҡтар теркәлгән. Бөрйән районында балыҡ тотҡанда бер ир-егет юғалған. Иртәгәһенә уның кәүҙәһен водолаздар тапҡан. Ҡырмыҫҡалы районында 17 йәшлек егет батып үлгән. “Иҫерек килеш һыуға төшөү, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырыу бәләгә килтергән төп сәбәптәр”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт