Учалы районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында ике кешенең ғүмере ҡыйылды

Учалы-Ҡолош юлында етенсе модель ВАЗ автомобилендәге 55 йәшлек ир юғары тиҙлек менән барғанда кюветҡа түңкәрелә. Һөҙөмтәлә водитель һәм уның пассажиры ашығыс ярҙам машинаһы килеп еткәнсе үк вафат була. Машиналағы тағы ла бер пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Осраҡ буйынса тикшереү уҙғарыла.

Белорет районында теркәлгән аварияла пассажирҙың ғүмере ҡыйылды. Шулай уҡ етенсе модель ВАЗ автомобилендәге водитель идара итеү һәләтен юғалтып бетон кәртәгә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә алғы ултырғыстағы 22 йәшлек ҡыҙ һәләк була.

18 йәшлек водитель, 17 һәм 19 йәштәрҙәге тағы ике пассажир йәрәхәтләнә. Тикшереү барышында руль артындағы егеттең водитель таныҡлығы ла булмауы асыҡлана.

Рафиҡ Әхмәтшин