Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнә бәйле, йыл аҙағына тиклем республика 600-ән ашыу ер участкаһын концессионерға арендаға тапшырырға тейеш. Дөйөм майҙан яҡынса 194 гектар тәшкил итә. Әлегә килешеү буйынса йөкләмәләр 95 процентҡа үтәлгән. Шәхси ҡулдарҙа булған 8 участканы тартып алыу буйынса судҡа дәғүә бирелгән.
Федоровка ауылынан Динара Йәлилова ла торлаҡ өсөн билдәләнгән компенсацияға ризалашмай, хоҡуҡтарын бойондороһоҙ экспертиза ярҙамында яҡларға йыйына. Милексенең теләктәрен БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина тыңланы.
Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлы баҡсасылар ширҡәттәренән тыш, Федоровка ауылы аша ла үтәсәк. Һуңғы биләмәлә өс ер участкаһын тартып алыу ҡаралған. Таң урамындағы күсемһеҙ милек тә был исемлеккә эләккән. Былтыр майҙа участка һәм торлаҡҡа бойондороҡһоҙ экспертиза яһала, дөйөм хаҡы 3 миллион 809 мең һум тип билдәләнә. Әммә йорт хужаһы Динара Йәлилова компенсация күләме менән ризалашмай, яуаплы инстанцияларға ялыуҙар ебәрә.
Алты сутый ер участкаһы, 80 квадрат метрлыҡ йорт. Динара Йәлилова бында дүртенсе йыл балалары менән йәшәй. Ҡара бетон стеналарҙы сағыу төҫкә индереп, бүлмәләрҙе ремонтлауға яҡынса алты йөҙ мең һум аҡса сарыф ителгән. Әммә ҡатын билдәләүенсә, белгестәр компенсация күләмен билдәләгәндә йорт эсен биҙәкләүгә киткән сығымдарҙы ла иҫәпкә алмаған.
Юл ситендәге торлаҡ һүтелергә тейеш. Башҡортостандың транспорт дирекцияһы ер участкаһын тартып алыу буйынса Өфөнөң Калинин районы судына мөрәжәғәт иткән. 5 июлдә суд ултырышы була. Унда күсемһеҙ милек хаҡын яңынан билдәләү ҡарары ҡабул ителә. Экспертиза йорт хужаһы иҫәбенә башҡарылырға тейеш.
Концессия килешеүенә ярашлы, Өфөнөң Көнсығыш юлы төҙөлөшө барышында дөйөм алғанда 664 ер участкаһы дәүләт ҡарамағына күсерелергә тейеш. Уларҙың 150-һендә файҙаланыу төрө шәхси торлаҡ төҙөлөшө тип билдәләнгән. Әлегә милекселәрҙең күбеһе менән килешеүҙәр төҙөлгән. Торлаҡ өсөн ҡайтарыласаҡ сумма менән риза булмаусылар иһә суд тупһаһын тапарға мәжбүр.
Бойондороҡһоҙ экспертизанан һуң, торлаҡ һәм ер участкаһының хаҡы 3 миллион 800 мең һумдан күберәк булыуы ихтимал. Күсемһеҙ милек агентлығы белгестәре билдәләүенсә, ҡала ситендәге йорттарға һорау күп. Бер йыл эсендә хаҡтары ла күтәрелгән.
Яңыраҡ Динара Йәлилова төҙөлөш компания вәкилдәрен саҡырып, смета эшләтә. Торлаҡ һәм ер участкаһының хаҡы алты миллион ярым һум тип билдәләнә. Әммә судья был документты производствоға ҡабул итмәй. Тик бойондороҡһоҙ экспертиза ғына киҫкен мәсьәләгә нөктә ҡуясаҡ. Милексе йома көн белгестәрҙе көтә. Сумма юғары булған осраҡта, Федоровкала ҡалырға, яңы өй һатып алырға йыйына.
Гөлназ Хәйбуллина