Киләсәктә ул ҡаланың ғибәҙәт ҡыла торған иң ҙур комплексы буласаҡ. Майҙанда төҙөлөш эштәре барышы менән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин танышты.
Бынан дүрт йыл элек Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары митрополиты Никон Иоан-Предтече храмының тәүге нигеҙ ташын һалыуға фатихаһын биргән. Был ғибәҙәтхана Стәрлетамаҡтағы Ҡазан соборының тәүге комплексы буласаҡ. Был ваҡиғаны православ христиандар оҙаҡ йылдар дауамында көтөп алған.
Халыҡ фекеренсә, байрам һәм йәкшәмбе көндәрендә үткәрелгән дини ғәмәлдәр барышында әлеге ваҡытта эшләп килгән ике ғибәҙәтхана бөтәһен дә һыйҙыра алмаған, күпселек халыҡ урамда ҡалған булған.
Гүзәл Борханова