Республиканың телевидение тармағы ауыр юғалтыу кисерҙе

72 йәшендә Башҡортостан телевидениеһы ветераны, билдәле режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әхмәт Харрас улы Яҡупов арабыҙҙан китте.

Әхмәт Яҡупов 1949 йылдың 3 мартында Дәүләкән районы Яңы Мерәҫ ауылында тыуған. 1975 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас Дәүләкән район мәҙәниәт йортонда режиссер була. 1976 йылдан алып 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Әхмәт Харрас улы Башҡортостан телевидениеһында эшләй.

Уның режиссерлығында эфирға Башҡортостан мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте һәм халыҡ ижадына арналған тиҫтәләрсә программа эфирға сыға. Әхмәт Яҡупов шулай уҡ «Байыҡ» телевизион конкурсының 2011 йылғы лауреаты.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективы мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша.