Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 2 мең 900-ҙән ашыу кеше ауырый. Пандемия башланғандан алып иң ҙур һан. 623 пациент дауаханаға һалынған. 65 кешенең хәле ауыр тип баһалана.