Был көндәрҙә “Тәгәрмәсле” дауаханалар Благовещен, Мәсетле, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары ауылдарында эшләй. Терапевт, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, невролог, стоматолог, эндокринолог, педиатр һәм башҡа белгестәр ҡабул итә. Акция барышында онкология, диабет, туберкулез, йөрәк-ҡан тамырҙарына бәйле ауырыуҙар асыҡлана. Иртә стадияла сирҙәрҙе дауалау кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. “Сәләмәтлек поезы” ауыл халҡы өсөн бик мөһим, ололарға, балаларға тар белгестәрҙән тикшереү үтеү өсөн, алыҫта урынлашҡан район үҙәгенә барып, күпме ваҡыт, аҡса сарыф итергә кәрәк. Был проект арҡаһында бушлай медицина ярҙамы, ысын мәғәнәһендә халыҡҡа яҡыная”,- тип яҙа Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. Акция 8 октябргә тиклем даум итә.