Күмертау ҡалаһында 2 йәшлек сабый тәҙрәнән ҡолаған

Ул икенсе ҡаттан осоп төшкән. Бала иҫән ҡалған, әммә йәрәхәтләнгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала бейектән йығылып, 5 бала һәләк булған, 17-һе имгәнгән. “Балаларҙы үҙҙәрен һаҡларға өйрәтегеҙ”, - ти психолог Әлмирә Исхаҡова.

Яҙма Исхакова на 15 часов 22 июля

Быйыл республикала йәй башынан бер айлыҡ сабыйҙан алып 18 йәшкә тиклемге 20-нән ашыу бала үлгән. Уларҙың күбеһе һыуға батҡан. “Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙы яңғыҙ һыу ятҡылыҡтарына ебәрмәгеҙ! Иҫерек килеш машина йөрөткәндә лә һеҙ уларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Иң яҡын кешеләрегеҙҙең ғүмерен һаҡлағыҙ”, - тип саҡыра Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре.