Ул баш ҡаланың Аксаков исемендәге баҡсаһында үтә. Сарала Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тарихы тураһында һөйләшеү була. Һуғыш балаларына танытма тапшырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө илдең өсөнсө баш ҡалаһы тип билдәләнә. “Беҙ ҡалабыҙ менән ғорурланырға, уның тарихын йәш быуынға өйрәтергә бурыслы”, - ти тарихсы Нурислам Ҡалмантаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән фильм төшөрөлдө. Бөгөн картина Иглин районында күрһәтелде. Уны “Башҡортостан” киностудияһына ҡараған 30-ға яҡын кинотеатр экранына сығарыу планлаштырыла.